Башҡортостан башлығы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Ярҙамсыл, миһырбанлы һөнәр эйәләренә төбәк етәксеһе дәүләт наградалары тапшырҙы. Етем балалар, оло йәштәге һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә ярҙам итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

«Именлек» республика геронтология үҙәгенең яңы корпусында ҡарттар һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы даими ҡарау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Йәшәү өсөн заманса бүлмәләрҙән тыш, социаль учреждениела медицина бүлексәһе эшләй. Дауалау физкультураһы, тренажер залдары, процедура бүлексәһе лә һәр пациент өсөн асыҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәткәрҙәр көнөндә «Именлек» республика геронтология үҙәге етәкселеген бүләкләне.

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү йүәнешендә эшләгән барлыҡ кешеләр ҙә мәрхәмәтлелек һәм ихласлыҡ кеүек күркәм сифаттарға эйә. Башҡаларға ярҙам итеү социаль хеҙмәткәрҙәрҙең йәшәү рәүешенә әйләнгән. Яңғыҙ йәки төрлө сәбәптәр менән йортһоҙ ҡалған кешеләр ҙә социаль учреждениела үҙ урынын таба.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләп, тармаҡ белгестәренә оло рәхмәтен еткерҙе. Һөнәри байрам көнө булыуға ҡарамаҫтан, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең күп өлөшө сафта. Улар ярҙамға мохтаж кешеләрҙең өйҙәренә йөрөп эшләй, пациенттарҙы даими күҙәтеү аҫтында тота.

Әлеге ваҡытта республикала 11 меңдән ашыу социаль хеҙмәткәр иҫәпләнә. Улар күрһәткән хеҙмәттәр даирәһе йылдан-йыл киңәйә. Социаль хеҙмәткәрҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән дә эш алып бара. Иғтибарлы, мәрхәмәтле һөнәр эйәләренең байрамы Рәсәйҙә 2000 йылдан алып билдәләнә .

Флорида Ким

Волна
Акции БСТ