Радий Хәбиров Ярослав Нилов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Ярослав Нилов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда төбәктең социаль өлкәһен үҫтереү, махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү тураһында һүҙ барҙы. Айырыуса иғтибар «Ватан һаҡсылары» фонды эшмәкәрлегенә. Ойошмаға тиҙҙән Шайморатов һәйкәле янында ғына өҫтәмә эш урындары бүленә. Был яугирҙарҙы реабилитациялау, тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу эштәрен күпкә йәнләндерәсәк. Ярослав Нилов Башҡортостандың был йүнәлештәге ңшмәкәрлеген юғары баһаланы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ