Унда Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән килгән командалар ҡатнашты. Шулай уҡ спорт сараһы сиктәрендә следж-хоккей буйынса иптәштәрсә матч та үтте. Турнирҙың төп уйынсылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Башҡортостан исеменән яугир№--интернационалистар һәм хәрби бәрелештәр ветерандарынан тупланған «Шурави» командаһы сығыш яһаны. Коллективтың 3 уйынсыһы әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә.
Республика командаһы турнирҙа йәше буйынса иң олоһонан булды. Коллективта ҡатнашыусыларҙың уртаса 58 йәштә ине. Ярыш программаһы буйынса 3 көн эсендә хоккейсылар 5 уйын үткәргән. Тик «Шурави»ҙар тәүге өс урын эләкмәһә лә, Башҡортостан хоккейсылары өсөн матч онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырған.



