Өфөлә Миңһылыу Усманованың юбилейы уңайынан түңәрәк өҫтәл үтте

Уҡытыусы, ғалимә һәм йәмәғәт эшмәкәре. Күренекле тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Усмановаға 75 йәш. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының хеҙмәттәштәре, һабаҡташтары һәм уҡыусылары ҡатнашты.

Ғалимдың ғилми тикшеренеүҙәре диалектология, функциональ грамматика, башҡорт теле ономастикаһы, топонимика, башҡорт телен рус телле һәм милли мәктәптәрҙә уҡытыу методикаһы кеүек йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Миңһылыу Усманова яҡынса 360 ғилми хеҙмәт һәм методик ҡулланмалар, шулай уҡ мәктәп һүҙлектәре һәм электрон дәреслектәр авторы. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар ғалимәнең ғилми эшмәкәрлегенә арналған күргәҙмә менән дә танышты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ