«Башнефть» продукцияһы иң яҡшыһы тип танылды

Рәсәйҙең “100 иң яҡшы тауары " Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында Роснефткә ҡараған “Башнефть” предприятиеһының 8 тауары лауреат булды. Был исемлектә «Өфөоргсинтез» етештергән альфаметилстирол, полипропилен, шыйыҡ пиролиз продукттары, шулай уҡ СКЕПТ каучугы бар. Предприятие шулай уҡ «иң яҡшы сифат менеджменты системаһы» номинацияһында I дәрәжә диплом менән билдәләнә. «Башнефть-Өфөнефтехим» заводы ҡалдығынан сығарылған судно яғыулығы, «Башнефть-УНПЗ»ның каталитик крекинг бензины һәм яғыулыҡ мазуты, шулай уҡ «Башнефть-Новойл» етештергән компрессор майы еңеүсе дипломын алды. Ә завод хеҙмәткәре «сифат буйынса иң яҡшы менеджер» номинацияһында еңеүсе булды. Төбәк этабында еңеүселәр «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» федераль конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай, был конкурс  ноябрҙә халыҡ-ара сифат көнөндә уҙа.

Фото №1 - «Башнефть» продукцияһы иң яҡшыһы тип танылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ