Конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә башланы. Ирекмәнлек эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән билдә быйыл тәүге тапҡыр тапшырыла. ““Доброволец России” наградаһы – үҙен башҡаларға арнаған кешеләргә ихтирам һәм һөйөү символы. Дәғүә итеүселәргә уңыштар теләйем. Мохтаждарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, - тине вице-премьер Дмитрий Чернышенко. 2025 йылдан волонтерҙар эшмәкәрлеген киңәйтеү “Йәштәр һәм балалар” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе һанала. Программаны тормошҡа ашырыу барышында 2030 йылға тиклем йәштәрҙең 45 процентын волонтерҙар хәрәкәтенә йәлеп итеү ҡарала. Рәсәй билдәһенә ҡан һәм плазма донорҙары ла дәғүә итә ала.




