Башҡортостанда Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт ултырышы үтте

Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән йыйылған ведомство етәкселәрен республика башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Ултырышта яңы иҡтисади шарттарҙа конкуренцияны үҫтереүгә, монополистик эшмәкәрлекте һәм намыҫһыҙ конкуренцияны сикләүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һүҙ барҙы. Тауарҙарға хаҡты көйләү, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау, эшҡыуарҙарға ярҙам мәсьәләләре тикшерелде.

Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Геннадий Магазинов менән осрашты. Яҡтар милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа конкуренция талаптарын ғәҙел үтәү, тауарҙарға хаҡты һәм тарифтарҙы контролдә тотоу, төбәктә монополизмды сикләү сараларына туҡталды.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ