Миәкә районының Нарыҫтау ауылы халҡы һыуһыҙ интегә

Миәкә районының Нарыҫтау ауылында өс аҙна инде һыу юҡ. Үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһы ҡаҡшау сәбәпле, 300-ҙән ашыу кеше һыуһыҙ интегә. Нарыҫтау ауылы өсөн был проблема яңы түгел. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Һәр тамсы һыу алтынға бәрәбәр. Һауытты тултырыу өсөн сәғәттәр буйы көтөргә кәрәк. Йәйгеһен эсәр, йыуыныр өсөн генә түгел, баҡсаға һибергә, көтөүҙән ҡайтҡан малға ла эсерергә һыу кәрәк. Тик үҙәк торбала тынлыҡ, һыу юҡ..

Һыу мәсьәләһе Нарыҫтау ауылында һуңғы йылдар дауамында киҫкен тора. Проблемаға иғтибар бүленмәй, тип әйтеп булмай. Ремонтлайҙар, тик унан файҙаһыҙ, ти ауыл халҡы.

Нарыҫтауҙа һыу насос станцияһы уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән. Ул күп йылдар 300-ҙән ашыу кешене һыу менән тәьмин иткән. Яраҡһыҙ хәлгә килгән станцияны ремонтларға кәрәклеге тураһында «Миәкә-коммуналь сервис» компанияһына мөрәжәғәт яҙылған. Әммә әлегә ялыуға яуап булмаған.

Миәкә районы хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, 2021 йылда һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлауға смета документацияһы әҙерләнгән. Әммә экспертиза үткәрелгәндән һуң ул “Коммуналь хеҙмәттәрҙе модернизациялау” программаһына индерелмәгән.

Быйыл беҙ смета- документтарын яңырттыҡ, һәм ниһайәт экспертиза үтеп ремонтлауға ыңғай яуап алдыҡ. Төҙөкләндереүгә 24 миллион һумдан ашыу сығым ҡаралған. Торлаҡ коммуналь хужалығы министрлығынан аҡса бүленеүен көтәбеҙ.

Рәил Борханов, Миәкә районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм коммуналь торлаҡ хужалығы буйынса урынбаҫары

Ауыл халҡы һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡасан да булһа хәл ителеренә ышана. Әлегә һыуҙы шишмәнән ташырға, ямғыр һыуҙарын ҡәҙерләп тотонорға тура килә.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ