Йөктө район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин оҙатып барҙы. Хәрбиҙәр өсөн төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек әҙерләнгән, шулай уҡ мунса бураһы, 4 автомобиль килтерелгән. - Халыҡ бергә тупланып, армияға хәрби бурысын үтәргә ярҙам итә, тип яҙа Әнис Әсәҙуллин социаль селтәрҙә.




