Республика Башлығы янындағы комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә конкурс иғлан итте. Ғаризаларҙы 1 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын 3 премия тапшырыла. Һәр береһенең суммаһы - 1 миллион һум.




