Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ уҡыусыларын кабинетында ҡабул итте

Мәктәп уҡыусыларының хыялы тормошҡа ашты. Стәрлетамаҡ лицей-интернат егеттәре Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың кабинетында экскурсияла булды. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында экскурсия тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән уҡыусылар төбәк башлығының эш шарттары менән танышты, етди аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Башҡортостан башлығы кабинетында ҡунаҡта. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ мәктәп уҡыусыларын кабинетында ҡабул итеп эш көнө, шарттар тураһында һөйләне. Уҡыусылар республика башлығын ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Радий Хәбиров яратҡан китаптарын, шәхси фотоһүрәттәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр бүләк иткән флагтарҙы күрһәтте. Илһөйәрлек темаһы төбәк етәксеһе өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә, шуға ла кәштәләрҙә хәрби билдәләр айырым урын биләй.

Башҡортостан башлығы кабинеты тәҙрәһенән республика өсөн мөһим объекттар күренә. Реконструкцияға ябылған Ленин паркы ла Радий Хәбировтың иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Мәктәп уҡыусылары Радий Хәбировтың ил президенты Владимир Путин менән видеобәйләнеш аша аралашҡан урынын ҡарай алды.

Радий Хәбиров егеттәрҙе министрҙар һәм төрлө ведомство етәкселәре менән ултырыштар, оператив кәңәшмәләр ойошторолған зал менән дә таныштырҙы.

Башҡортостан башлығы кабинетына экскурсия ойоштороуҙы һорап егеттәр уҙған аҙнала «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үткән осрашыуҙа мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров тығыҙ эш графигында ваҡыт табып, уҡыусыларҙы ихлас ҡабул итте.

Радий Хәбиров өмөтлө йәштәрҙән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды. Үҫмерҙәр дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләнгән һәм киләсәктә улар ышаныслы белгестәр буласаҡ тигән ышаныс белдерҙе

Стәрлетамаҡ лицей-интернаты уҡыусылары өсөн Республика менән идара итеү үҙәгенә лә экскурсия ойошторолдо. Күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан үҫмерҙәр иҫтәлекле көн өсөн рәхмәт әйтеп үҙҙәре өсөн маҡсат ҡуйҙы. Төбәк башлығы кәңәше буйынса улар уҡыуҙа һәм спортта яңы бейеклектәргә өлгәшергә тырышасаҡ.

Флорида Ким

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ