Суджа ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды

Суджа ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр августа неонацистар

Курск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш райондарына һөжүм башлай. Ҡаты алыштар ете айға һуҙыла. Оборона министрлығы быйыл мартта Суджаның дошмандарҙан тулыһынса таҙартылыуы тураһында хәбәр итте.

Суджаны азат иткәндән һуң Рәсәй Ҡораллы Көстәренең юғары баш командующийы Башҡортостан вәкилдәренән төҙөлгән 12 лә 20 мобилизацияланғандар полкын билдәләне. Пензала комплектланғандан һуң подразделение Купянск йүнәлешендә урынлаша, ә һуңынан Курск өлкәһенә күсерелә. Бында яҡташтарыбыҙ дрондарҙың теүәл һөжүме менән дошмандың бронетехникаларын һәм тере көстәрен юҡ итә, ротацияһын өҙә. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер төркөм яугирҙар Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ