«Урал батыр» эпосы көнөнә әҙерлек, боронғо эпик ҡомартҡыны танытыу, популярлаштырыу темаһы бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышында тикшерелде. Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһында ойошторолған осрашыуҙа ғалимдар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай мираҫы - һоҡланғыс ауыҙ-тел ижады өлгөләре бар. Улар араһында үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте буйынса «Урал батыр» эпосы айырым урын биләй.
«Урал батыр» эпосы тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе сағылдыра. Уның образдары һәм мотивтары бөтә донъя фольклоры өлгөләре менән ауаздаш. «Урал батыр» эпосына 4 мең йылдан ашыу булһа, уны күсереп яҙып алыуға ғына ла бер быуаттан күберәк.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, эпос уҡыған, ятлаған, быуындан-быуынға тапшырған ваҡытта ғына йәшәй. Башҡортостанда «Урал батыр»ҙы һөйләүселәр конкурсы ойошторола, «Урал батыр» мәктәбе эшләй.
«Урал батыр» һымаҡ бөйөк эпосы булған халыҡтар әҙ, был эпик мираҫ беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Беҙгә иһә уны белеү, плопулярлаштырыу, киләһе быуындарыбыҙға тапшырыу шарт.
Урал батыр» эпосы - халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, хатта милли паспорты тип әйтергә мөмкин. Йыл һайын Башҡортостанда «Урал батыр» ҡобайырын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы үтә, урал батыр мәктәбе ойошторола. Ә быйылдан республика башлығы указына ярашлы 8 июндә Урал батыр эпосы көнө билдәләнә башлай. Ул боронғо эпик ҡомартҡыны танытыуҙы, таратыуҙы, йәш быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Рәмзиә Кәримова




