Бөгөн эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Иртәгә мосолмандар Ҡорбан Ғәйетен билдәләй. Киләһе аҙнала өс эш көнө була. 12 июндән 15-енә тиклем ял ҡаралған.  Өфөлә 20-нән ашыу мәсеттә Ғәйет намаҙы үтә. Баш ҡалала ике урында ҡорбан салыу майҙансығы булдырылған. Береһе “Ҡаруан” сауҙа үҙәге алдында, икенсеһе Төньяҡ автовокзал биләмәһендә урынлашҡан. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам уҙғарыуға бәйле Туҡай, Цюрупа, Зәйнулла Рәсүлев, Комаров урамдарын өлөшләтә ябыу ҡарала.  Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.

Фото №1 - Бөгөн эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ