Бөтә райондарҙа смотр-конкурстар үтә. Сентябрҙә төбәк этабы була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан ошо турала белдерәләр. Бөгөн республикала 418 команда булдырылған, улар 4 меңдән ашыу ирекле янғын һүндереүсене берләштерә. Беренсе смотр Туймазы районында ойошторолдо. Унда Кәкребаш ауылы янғын һүндереүселәре еңеү яуланы.




