Өфөлә “Әйҙә уйнарға” фестивале башланды

Уйынсыҡтар байрамы ғәҙәттәгесә Совет майҙанында үтә. Унда Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтары тәҡдим ителә. Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем асыҡ була. Халыҡ конкурс, лекция, оҫталыҡ дәресе һәм спорт ярыштарында ҡатнаша ала. Республика театрҙары һәм популяр артистарҙың сығышы көтөлә. Көн һайын “Союзмультфильм” майҙансығы эшләй. Хәйриә акцияһы барышында балалар йорттары, дауахана һәм Өфө хосписына уйынсыҡтар бүләк итергә мөмкин. Балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хаттар яҙа ала. Фестиваль 8 июндә тамамлана.

Фото №1 - Өфөлә “Әйҙә уйнарға” фестивале башланды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ