Башҡортостан танкисы махсус хәрби операцияла ҡыйыулыҡ күрһәткән

Баҡалы яугиры Эрнест ҡуйылған бурысты уңышлы үтәгән. Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында Баҡалы район хакимиәте башлығы Олег Ефимов телеграм каналында яҙған. “Башҡорт һалдаты башҡаларға өлгө булып тора”, - тигән ул. Эрнест 2023 йылдың октябренән танк взводында хеҙмәт итә. Берләшмә яңыраҡ дошманға Рәсәй ғәскәрҙәренең позицияһына үтергә ирек бирмәй, уның техникаһын һәм һалдаттарын юҡ итә. “Геройҙар беҙҙең арала. Батырҙар ябай ғаиләләрҙә тыуып үҫкән, егәрле, тырыш ир-егеттәр. Бөгөн улар илебеҙҙе һаҡлай, мөһим һәм яуаплы эш башҡара. Ғорурланабыҙ!”, - тип яҙған Олег Ефимов.  Башҡортостанда килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Республикала яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ҡаралған. 

Фото №1 - Башҡортостан танкисы махсус хәрби операцияла ҡыйыулыҡ күрһәткән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ