“Бөгөн ил һағына баҫҡан ир-егеттәребеҙҙе хәстәрләү, шулай уҡ уларҙың әсәләре, тормош иптәштәре һәм балаларына ярҙам күрһәтеү мөһим”, - тине Радий Хәбиров.
Республика башлығы телгә алған “Ете ҡыҙ” йәмәғәт ойошмаһы быйыл эшләй башланы. Ул яҡындары махсус хәрби операцияла булған гүзәл заттарҙы берләштерә. Ҡыҙҙар яугирҙарҙың әсәләренә, тормош иптәштәренә, шулай уҡ һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү маҡсатын ҡуя. “Гүзәл заттарҙы беҙҙең хәрәкәткә ҡушылырға саҡырабыҙ”, - ти проект етәксеһе Ләйсән Рабаданова.
Луиза Әхмәтшина – ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ул “Беренсе тирмә” проектында ҡатнаша. Бөгөн Луганск халыҡ республикаһындағы госпиталдә һалдаттарға ярҙам итә. “Хәрбиҙәр беҙгә бик рәхмәтле”, - ти волонтер.




