Өфөлә «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале старт алды

Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға» Бөтә Рәсәй фестивале старт алды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Фестиваль программаһына ярашлы, 4 көн дауамында сара майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе үтә, иң яҡшы балалар уйындары тәжрибәләре күрһәтелә, тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар ойошторола. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Винни-пух» йәнһүрәтен ҡарағандан һуң төп персонаждарҙы һынландырыу, буяу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға мөмкин. «Союзмультфильм» әҙерләгән майҙансыҡта анимация һәм мультпликация буйынса белемде камиллаштырып була. «Әйҙә, уйнарға» фестивале балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы. Фестивалде күрергә республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәндәр.

Майҙанда уйынсыҡтарҙың, өҫтәл уйындарының ниндәй генә төрө юҡ. Балалар тауарҙары етештереүселәрҙән тыш, кәсепселәр ҙә саҡырылған. Һәр сатырҙа балалар өсөн интерактив программа ҡаралған.

Сара сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар эшләй, әйтәйек, «авипарк»та авиамоделләштереү серҙәренә төшөнөп булһа, «илһөйәрлек» майҙансығында самолеттар һәм хәрби уйынсыҡтар күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Фестиваль программаһына ярашлы, көн һайын йәнһүрәттәр, спектаклдәр ҙә ҡуйыла, билдәле артистарҙың сығыштары көтөлә.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ