Өфө «Бойондороҡһоҙ мониторинг» семинарын ҡабул итте

Күҙәтеүселәрҙе һайлауға әҙерләү. Был коммерция булмаған ойошмалар ассоциацияһының «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» төбәк-ара семинарында төп мәсьәлә булып тора. Сара Өфөлә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ярҙамында үтә. Унда республиканан тыш, Пермь крайы, Силәбе, Свердловск, Тамбов өлкәләре һәм Ямал-Ненец автономиялы округы вәкилдәре ҡатнаша. Һайлау алдынан урындарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу өсөн улар махсус саҡырылған. Өфөлә алған белемдәрен буласаҡ күҙәтеүселәр артабан үҙ төбәктәрендә уртаҡлашасаҡ.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ