Башҡортостан Юғары судында республика судьяларының 16-сы отчет-һайлау конференцияһы үтте

Дүрт йылға бер тапҡыр ойошторолған сарала 160-тан ашыу делегат ҡатнашты. Көн тәртибендә судьялар советы һәм Квалификация коллегияһы ағзалары һайланды. Совет ағзалары судья вазифаһына кандидаттар әҙерләүсе төп көс булып тора. Судьяларҙың квалификация коллегияһы вәкәләттәренә кадрҙар мәсьәләһенән тыш, Фемида вәкилдәренә дисциплинар язалар һалыу ҙа инә. Совет тарафынан 4 йыл эсендә граждандарҙың 4 меңдән ашыу процессуаль булмаған мөрәжәғәттәре ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ