Ғафури районында рәсми рәүештә «алтын ҡаҙаҡтар» асыласаҡ

Донъя кимәлендәге ваҡиға. 11 июндә Ғафури районында рәсми рәүештә «алтын ҡаҙаҡтар» асыласаҡ. Һүҙ Усолка һәм Алыҫ Төлкәҫ геологик киҫелеше-290 млн йылдан ашыу элек билдәләнгән сик тураһында бара. Алтын ҡаҙаҡ-боронғо осорҙоң иҫәпләү нөктәһенең түбәнге сиге. Бында вулкан ҡатламдарында төрлө хайуандарҙың һөлдә ҡалдыҡтары тупланған. Геопарк майҙанында күп быуаттар элек диңгеҙ булған. Алтын ҡаҙаҡтар менән танышыу сараһына Ҡытай, Ҡаҙағстан, Мысыр, Малайзия, Иран, Ҡырғыҙстан эксперттары көтөлә. Яңы иҫтәлекле урын барлыҡҡа килеүе төбәктә экотуризмды үҫтереүгә тағы ла бер аҙым буласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ