Директор бейеүе — интернет хитына әүерелде: Әбйәлилдә һуңғы ҡыңғырау үҙенсәлекле үтте

Һуңғы ҡыңғырауҙа сығарылыш синыф уҡыусылары үтенесе буйынса бейергә төшкән директор менән видеояҙма киң популярлыҡ яулай.

Социаль селтәрҙәрҙә был күңелле һәм халыҡсан видеояҙма менән бүлешеүселәр артҡандан-арта. Мәғариф учреждениеһы етәксеһе сығарылыш синыф уҡыусылары менән бер тулҡында һәм теләктәш булыуын күрһәткән һуңғы ҡыңғырау тантанаһы Әбйәлил районында Таһир Күсимов исемен йөрөткән гимназияла төшөрөлгән. Байрам иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн, директор наушниктар кейеп йәштәр араһында популяр трек аҫтында бейей. Рәмил Әхмәтов видеояҙманың социаль селтәрҙәрә бөтә донъя мессенджерҙары буйлап таралыуысна тыныс ҡарай.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ