Миәкә районының «Хыял» балаларҙы һауыҡтырыу үҙәгендә тәүге смена асылды

240 урынға иҫәпләнгән лагерҙа тәүге сменала 193 уҡыусы ял итә. Сменаның темаһы герой ҡалаларға арналған. Уҡыусыларға һаулыҡтарын нығытыу, каникулды фәһемле уҙғарыу өсөн шарттар булдырылған. 50 йыл элек асылған лагерь өҙлөкһөҙ эшләп килә. Бында Миәкәнән тыш күрше тирә- яҡ райондар һәм ҡалаларҙан да балалар һәм үҫмерҙәр ҡабул ителә. Быйыл август аҙағына тиклем дүрт смена эшләйәсәк. Ижади түңәрәктәр, биш тапҡыр туҡландырыу ҡаралған.

Уҡыусыларҙың ялын файҙалы итеп ойоштороу вожатыйҙарҙың оҫталығынан да тора. Беҙ уларҙы белем һәм тәжрибәләренә ҡарап һайлап алабыҙ. Беренсе смена йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, герой-ҡлалар буйлап сәйәхәткә бағышлана.

Рауил Әхмәтшин «Хыял» лагеры директоры урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ