Туймазы Үҙәк балалар-үҫмерҙәр моделле китапханаһында Мәскәүҙең Рус әҙәби үҙәге авторҙары менән осрашыу үтте.
Үҙәк етәксеһе Никита Митрохин менән бер төркөм авторҙар Башҡортостанға «Китап-байрам» форумында ҡатнашыу өсөн килгәйне. Өфөгә күп тапҡырҙар килгәне булһа ла, авторҙар республика районына тәүгә юлланды. Осрашыуҙы асып, китапхана директоры Әлфиә Шәйҙуллина ҡунаҡтарҙы мәҙәни ойошма эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Фронтовик шағир, махсус хәрби операция яугиры Алексей Преснаков, яҙыусылар Диана Свердловская менән Наталья Слизовская үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Осрашыуҙы Рус әҙәби үҙәгенең урындағы авторҙары -«Алтын башаҡ» ижади берекмәһе етәксеһе Нәжиә Гәрәева, Илештән Илгиз Әхмәтов менән Рита Солтановаларҙың сығыштары ла йәмләне. Рус әҙәби үҙәге альманахтарында Башҡортостан авторҙары әүҙем баҫыла. Быйылғы Китап-байрам форумында үҙәктең «Яҙыусы көнө» альманахы
«Йыл китабы» конкурсының «Иң яҡшы әзәби-нәфис баҫма» номинацияһында еңеү яуланы. Авторҙар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопова һәм башҡалар ҙа бар.




