«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» академияһы илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән гүзәл заттарҙы бергә йыйҙы. Форумды асыу сараһы «Торатау» конгресс холында тантаналы шарттарҙа үтте. Был хәйриә проекты 2019 йылдан ойошторолоп килә һәм гүзәл заттарҙы берләштереүсе төп майҙансыҡ булып тора. Биш йыл дауамында проект республиканың 45 ҡалаһы һәм районын урап сыҡҡан. Наҙлы, зауыҡлы, эшлекле һәм миһырбанлы осрашыуҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Яратҡан йыр-моңдар, зауыҡлы кейем өлгөләре, биҙәүестәр, эшлекле осрашыуҙар, фәһемле һөйләшеүҙәр, табип, психолог кәңәштәре, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, оҫталыҡ дәрестәре, йылы мөнәсәбәт. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»ндә гүзәл заттар үҙҙәрен бәхетле итеп тойһон, иғтибарға ҡойонһон өсөн тулы шарттар тыуҙырылған.
Хәйриә проекты 5 йыл элек тормошҡа ашырыла башлай, уның авторы-«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова. Ошо йылдар эсендә сара Башҡортостандың 45 муниципаль берәмегендә ойошторолған.
Проекттың программаһы төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Әммә форумда «Геройҙар ваҡыты» түңәрәк өҫтәлен айырым билдәләп үтергә мөмкин. Сараға махсус хәрби операция яугирҙарының яҡындары саҡырылған. Һөйләшеүҙә илдең төрлө субъекттарынан килгән белгестәр ҡатнашты, һүҙ социаль, психологик, юридик ярҙам саралары, ирекмәндәр эшмәкәрәлеге тураһында барҙы. Бөрйәндән Рәмзиә Шәрфетдинованың улы-хәрби офицер, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған. Кейәүе лә алғы һыҙыҡта.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проекты быйыл тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан. Форумда сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар һәм эксперттар ҡатнаша. Гүзәл заттарҙың көтөп алған сараһы, күңел байрамы, ти ҡунаҡтар.
Форумда күргәҙмәләр ҙә, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолған. Сәләмәтлек майҙансығында өлкәндәр һәм балалар өсөн бушлай консультациялар уҙғарыла. Ә кескәйҙәр өсөн бала саҡ биләмәһе эшләй, бында әсәйҙәр сабыйҙарын ҡалдырып төрлө сараларҙа ҡатнаша ала.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы ике көн дауамында бара. Гүзәл заттар «Торатау» конгресс холындағы проектта ҡатнашып, бәхет биләмәһен гиҙә ала.
Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, уның ғаиләһе лә, яҡындары ла бәхетле, ул барыһына ла йылылыҡ, иғтибар өләшеп, йәм, нур сәсеп йәшәй. Әммә бының өсөн тәү сиратта гүзәл заттың үҙенең эске донъяһы бөтөн булырға, ул йәмғиәттә үҙ урынын табырға, рухи һәм матди яҡтан көслө булырға тейеш. Академия ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде, форум ҡатын-ҡыҙҙарға бар яҡлап та формалашырға, камиллашырға өйрәтә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтә.
Рәмзиә Кәримова




