Радий Хәбиров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестиваленә саҡырҙы. Икенсегә уҙғарылған сарала илдең төрлө төбәктәренән балалар тауарҙарын етештереүселәр һәм кәсепселәр ҡатнаша. 4 көн дауамында сара майҙанында уйынсыҡтар күргәҙмәһе үтә, иң яҡшы балалар уйындары тәжрибәләре күрһәтелә, тематик конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар ойошторола. Бала саҡ иленән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Винни-пух» йәнһүрәтен ҡарағандан һуң балалар һәм үҫмерҙәр төп персонаждарҙың бәләкәй күсермәһен буяу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша. «Союзмультфильм» әҙерләгән майҙансыҡта анимация һәм мультипликация буйынса белемде камиллаштырып була. Ә бына күрше сатырҙа интеллектуаль уйындар үтә. Шашка буйынса Европа һәм донъя чемпиондары Айгөл Иҙрисова менән Айнур Шәйбәковҡа ҡаршы уйнарға мөмкин.
Майҙанда уйынсыҡтарҙың, өҫтәл уйындарының ниндәй генә төрө юҡ. Мәртәбәле сара балалар тауарҙарын етештереүселәрҙе лә, кәсепселәрҙе лә берләштерҙе.
«Әйҙә, уйнарға!» фестивале икенсегә үтә, хәҙер уның тауар билдәһе лә теркәлгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, тармаҡты үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Уйынсыҡтың тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ, шуға күрә фестивалде дауам итеү, йыл һайын уҙғарыу бурысы ҡуйылған.
Фестивалдә төрлө майҙансыҡтар эшләй, әйтәйек, «авиапарк»та авиамоделләштереү серҙәренә төшөнөп булһа, «илһөйәрлек» майҙансығында самолеттар һәм хәрби уйынсыҡтар күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Көн һайын йәнһүрәттәр, спектаклдәр ҙә ҡуйыла, билдәле артистар сығыш яһай.
Фестивалдә боронғо милли уйындар тергеҙелеп тә, халыҡҡа еткерелә.
Былтыр республикала балалар тауарҙары һәм уйынсыҡтар етештереүселәр кластеры булдырылғайны, унда 8 предприятие инде. Сифатлы, ә иң мөһиме хәүефһеҙ. Компанияларҙың продукцияһы-күргәҙмәнең иң түрендә.
Фестивалдең эшлекле программаһына ярашлы, уйынсыҡтар индустрияһын үҫтереү буйынса пленар дисскуссия ла уҙғарылды, хеҙмәттәшлек тураһында мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Башҡортостанда алдағы биш йылға балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү буйынса саралар планы раҫланған. Әлегә сәнәғәт предприятиелары реестрында-84 ойошма. Тармаҡты үҫтереүгә субсидиялар ҙа йүнәлтелә.
Уйынсыҡтар етештереү-ул балаларҙың киләсәгенә инвестиция ла. Рәсәй кимәлендә мәғариф учреждениеларында ҡулланылырға тейеш уҡыу һәм тәрбиә саралары, уйындар исемлеге лә төҙөлгән. Яңылыҡ производство күләмен дә арттырырға ярҙам итер тип көтөлә.
Быйылдан башлап уйынсыҡтар һәм уйындар креатив индустриялар иҫәбенә индерелде, яҡын арала дизайнерҙар өсөн һөнәри стандарт булдырыу ҡаралған. Фестивалгә килгәндә, уның яңы миссияһы барлыҡҡа килеүе-Рәсәйҙә балалар биләмәһен формалаштырыу майҙансығына әйләнеүе билдәләнде.
Гөлназ Хәйбуллина




