Виктор Гацак иҫтәлегенә арналған ғилми сара географияһын киңәйтә

Рәсәйҙең билдәле ғалим-фольклорсыһы Виктор Гацактың яҡты иҫтәлегенә арналған киләһе ғилми уҡыуҙарҙы Таулы Алтай ҡалаһы ҡаршы ала. Был турала Өфөлә үткән халыҡ-ара форумда хәбәр ителде Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 4-се «Гацак уҡыуҙары» үтте.

Өс көн дауамында барған сарала ҡатнашыусылар донъя халыҡтары фольклоры тураһында ғилми докладтар тыңланы. Пленар һәм секция ултырыштарында Башҡортостан ғалимдарынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән килгән абруйлы ҡунаҡтар ҙа сығыш яһаны. Виктор Гацак Рәсәй һәм Көнсығыш Европа халыҡтарының традицион мәҙәниәтен өйрәнеүсе булараҡ билдәле. Ул фольклор типологияһында этнопоэтик ҡараш булдырыусы, эксперименталь фольклористиканың бер нисә йүнәлешенә нигеҙ һалыусы ғалим. Виктор Гацактың етәкселегендә 23 кандидатлыҡ һәм 11 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған. Улар араһында ике ғалимә Башҡортостандан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ