Башҡортостан халҡы Ҡорбан ғәйетенә әҙерләнә

Иртәгә мосолман донъяһы ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйетен ҡаршылай. Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс билдәләнә. Байрамдың төп сараһы-ҡорбан салыу. Ғәйет уңайынан саралар республиканың барлыҡ мәсеттәрендә үтә. Телевизор ҡараусылар Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә үтәсәк байрам вәғәзен тыңлай ала. Ул тура эфирҙа иртәнге сәғәт туғыҙҙа башлана. Ҡорбан салыуҙар санитар талаптарға ярашлы, махсус йыһазландырылған урындарҙа атҡарылырға тейеш. Ошо маҡсатта республикала 60, ә Өфөлә ике майҙансыҡ ойошторолған. Береһе-Зинин ҡасабаһы эргәһендәге «Каруан» сауҙа үҙәге биләмәһе. Ҡаланың көньяғында һәм үҙәк өлөшөндә йәшәгәндәргә ошо майҙансыҡҡа килеү уңайыраҡ буласаҡ. Был биләмә Нуғай ауылына илткән юл буйында урынлашҡан. Ә ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәгәндәр Төньяҡ автовокзал биләмәһенә килә ала.

Ғәйет байрамында ветеринар документтар менән билдәләнгән хайуанды ғына ҡорбанға килтерергә мөмкин. Тәүҙә ул район ветеринария станцияларынан

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ