Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Изге байрам Хәйбулла районында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үтте. Төбәк етәксеһе күп милләтле республика халҡын Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләне. Хәйбулла районына эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе һабантуйҙа аграрийҙарҙы ҡотлап наградалар тапшырҙы, район үҙәгендә 1-се мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида ким яҙмаһында.
Байрам намаҙында теләктәр уртаҡ. Башҡортостан мәсеттәрендә Ҡорбан байрамы уңайынан төрлө милләт вәкилдәре намаҙ уҡып, вәғәз тыңланы.
Хәйбулла районында байрам намаҙында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мосолман ҡәрҙәштәрҙе тәбрикләне.
Йыл һайын Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был көн рәсми рәүештә ял тип иғлан ителде. Ҡорбан ғәйете республиканың барлыҡ мәсеттәрендә намаҙҙар уҡылды. Вәғәз тыңларға һәм ғибәҙәт ҡылырға мосолмандар ғаиләләре, балалары менән килгән.
Дин ҡәрҙәштәрен Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин тәбрикләне. Бөгөн республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә ҡорбан байрамының юғары кимәлдә билдәләнеүе, милләт, конфессия-ара татыулыҡ билдәһе.
Хәйбулла районына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Аҡъярҙа һабантуйҙа булды. Байрамға районда йәшәүселәр, ҡунаҡтар, тыуған яғын һағынып ҡайтыусылар йыйылды. Сәсеү миҙгеле тамамланыуҙы данлаған сара йылдағыса иң яҡшы йолаларҙы үҙ эсенә алды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҡшы күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Махсус хәрби операциялар ҡатнашыусыларҙың әсәләре, тормош иптәштәре лә иғтибар үҙәгендә булды. Көрәш, волейбол, футбол, гер күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, йүгереү кеүек ярыштар һабантуйҙы биҙәп, ҡатнашыусыларға рухи көс, дәрт өҫтәне. Ат сабышы майҙаны ла һәр ваҡыттағыса тамашасыларҙы күп йыйҙы.
Хәйбулла районында үткән Һабантуй яланында ауыл биләмәләре, район ойошмалары тирмәләр ҡороп бай йөкмәткеле мәҙәни программа тәҡдим итте. Республика етәксеһе Радий Хәбиров халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре менән танышып, урындағы халыҡ менән аралашты.
Милли йолаларға, тарихҡа тоғролоҡ рухында, ауыл эшсәндәрен данлау өсөн ойошторолған һабантуй урындағы халыҡты, яҡташтарҙы берләштерҙе. Хәйбулла районынан тыш һабантуйҙар республиканың байтаҡ райондарында үтте.
Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Аҡъяр ауылындағы 1-се мәктәптә булды. Иҫке бинала акт залы һәм ашхана бүлеге файҙаланыуға яраҡһыҙ,төҙөкләндереү талап ителә
500 уҡыусыға иҫәпләнгән белем йортонда бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
Флорида Ким




