Башҡортостанда Ҡорбан ғәйете билдәләнде

Бөгөн мосолман донъяһында ҙур байрамдарҙың береһе-Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Республиканың барлыҡ мәсеттәрендә лә байрам саралары үтте, ҡорбандар салынды. Өфөлә «Ләлә» мәсетендә үҙған байрам вәғәзе Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа күрһәтелде. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Мосолман донъяһының төп байрамдарының береһе-Ҡорбан ғәйете көндө «Ләлә» мәсетенә диндарҙар иртә таңдан йыйылды. Мосолман ҡәрҙәштәр мәсет бинаһынан тыш, асыҡ һауала әҙерләнгән урынға ла теҙелеп ултырҙы. Мәсет халыҡ менән тулы. Үҙәк майҙанда ир-егеттәр урынлашһа, икенсе ҡатта ҡатын-ҡыҙҙар. Дин ҡәрҙәштәренә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәт итте.

Йыл һайын Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә. Был көн Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, гонаһтарҙан арыныу, мохтаждарға ярҙам итеү ваҡыты. Быйыл иһә уның йомаға тура килеүе икеләтә байрам.

Ҡорбан ғәйете уңайынан ғәйет намаҙы уҡылды. Йәмәғәт менән мәсеттә уҡылған намаҙ, яңғыҙ уҡығанға ҡарағанда 27 тапҡыр мәртәбәле, сауабы ла күберәк. Вәғәз тыңларға һәм ғибәҙәт ҡылырға мосолмандар ғаиләләре, балалары менән килгән.

Республикала ҡорбан салыу санитар талаптарға ярашлы, махсус йыһазландырылған урындарҙа атҡарыла. Өфөлә төп майҙансыҡтарҙың береһе Төньяҡ автовокзал эргәһендә. Бында салынған һарыҡ итенә шунда уҡ лаборатор тикшереү үткәрелә. Ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе-ҡорбан салдырған ғаилә өсөн, икенсеһе туғандарға, ҡунаҡтарға, өсөнсөһө мохтаждарға таратыла. Ҡорбан итен һатыу харам.

Ишембай ҡалаһы мосолмандары байрамға йәмиғ мәсетенә йыйылды. Стәрлетамаҡ районының «Суфия» мәсете лә ғәҙәттәгесә диндарҙар менән тулы ине.

Рухи берҙәмлеккә, шәфҡәтлелеккә әйҙәгән, әхләҡи ҡиммәттәрҙе нығытҡан дини сараларға йылдан-йыл халыҡтың күберәк килеүе ҡыуаныслы.

Рәмилә Исмәғилева

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ