Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ла ҡорбан ғәйетен билдәләне

Ышаныс һәм өмөт байрамы. Бөгөн «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары ла ҡорбан ғәйетен билдәләне. Ватан һағында торған дин ҡәрҙәштәр ҡорбан салды, донъяға тыныслыҡ һәм тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыу өсөн доға ҡылды. Махсус хәрби операция биләмәһенән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Ҡорбан салыр алдынан яугирҙар Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн ниәт ҡыла. Хәрбиҙәрҙең күңелендә иман нуры балҡый. Быйыл да махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мосолмандар изге байрамды көтөп алған. Бының өсөн һимертелгән һарыҡ та эҙләп тапҡан.

Алғы һыҙыҡтағы көсөргәнешле хәлгә ҡарамаҫтан Башҡортостан хәрбиҙәре дини байрамдарҙы онотмай. Улар әйтеүенсә, ҡорбан ғәйете-көслө рух һәм берҙәмлек билдәһе. Ә был ваҡытта ҡуйы ҡарағай урманда тәмле еҫтәр таралды. Блиндаждағы ашханала ҡорбан итенән төрлө ризыҡтар бешерелә.

Фронттағы ашнаҡсылар тырышып эшләй, һәр береһе үҙ эшен яҡшы белә. Уларҙың маҡсаты бер-яугирҙарҙы тәмле итеп ашатыу, уларға көс һәм дәрт өҫтәү.

Бар йолаларҙы үтәгәндән һуң һәр кем хәрби позицияһына ҡайта. Алғы һыҙыҡтағы ҡорбан ғәйете яугирҙарҙың күңелендә тыныслыҡ һәм берҙәмлек мәле булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Был уларға ауырлыҡтарҙы йырып сығырға, кешелекте һаҡлап ҡалырға һәм өйҙәренә ҡайтырға тиҙерәк ярҙам итәсәк.

Махсус хәрби операция биләмәһендәге ҡорбан ғәйете дини байрам ғына түгел. Ул фронт шарттарында ла үҙгәрешһеҙ ҡалған мәңгелек ҡиммәттәрҙе иҫкә төшөрә. Был байрам берҙәмлеккә һәм үҙ-ара аңлашыуға саҡыра, яҡшылыҡтың яуызлыҡты, ә был осраҡта Рәсәй хәрбиҙәренең дошманды еңеүенә ышанысты арттыра.

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ