Социаль өлкәне хәстәрләүсе яуаплы инвестор. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтә. Буранғол ауылы мәктәбенең интернатында һәм «Ирәндек» балаларҙы һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт эштәре үтәлеше хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тарафынан баҡыр мәғдәнен эшкәртеү һәм райондың социаль үҫешенә ярҙам итеү буйынса сараларҙы күҙәтеү советы ҡарарҙары ғәмәлгә ашырыла башланы.Был район һәм республика өсөн мөһим проект. Экологик һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡ мәнфәғәте иғтибар үҙәгендә.Ата-әсәләр үтенесе буйынса Буранғолда интернатта капиталь ремот башланған, «Ирәндек» һауыҡтырыу лагерында ла тиҙҙән заманса спорт майҙансыҡтары ҡороласаҡ.«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте райондың социаль үҫешенә 70 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлткән..
Буранғол мәктәбендә интернатта Алтынай һәм уның тиҫтерҙәре шыҡһыҙ һәм һалҡын бүлмәләрҙә йәшәгән.1984 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер ҡасан да капиталь ремонт уҙғарылмаған булған.Шәрип ауылынан йөрөп уҡыған Алтынай менән Айсулпандың әсәһе интернат бинаһында ремонт башлаған инвесторға ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерҙе.
Төҙөүсе-ремонт бригадаһы эшселәре бинаны йылытыу өсөн ҡуйылған гипсокартонды аҡтара. Һуңынан стеналар грунтланасаҡ, улар тигеҙ булһын өсөн махсус маяҡтар ҡуйыла, шпаклевкалағандан һуң обой йәбештереләсәк.
Яңы уҡыу йылы башланыуға бина эстән дә, тыштан да танымаҫлыҡ булып үҙгәртеп ҡороласаҡ. Түшәм, фасад, түбә алмаштырыласаҡ,цоколь йылытыласаҡ, инженер селтәрҙәре тулыһынса алмаштырыласаҡ.
Малай-ҡыҙҙар өсөн технология кабинеттары, СПОРТ залы яңыртылып, ҡорамалдар, спорт инветарҙары менән йыһаздарландырыласаҡ. Ашнаҡсылар ҙа яңы уҡыу йылынан өр-яңы шарттарҙа эш башларға ниәтләй.
Инвестор интернат менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан табип амбулаторияһында ла ремонт эштәрен башҡарасаҡ.
Әбйәлил районы социаль обьекттарында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғмиәте үҙ иҫәбенә башҡарған эштәрҙен был башы ғына. Киләсәктә предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлау менән социаль, мәҙәни, спорт өлкәһендә ярҙам саралары тағы ла артыр тип күҙаллана.
Туп артынан сабыусы үҫмерҙәр «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән яңы уҡыу йылынан заманса яңы спорт майҙасыҡтарында шөғөлләнә башлаясаҡ.
«Ирәндек»тә сменаһына 250-нән ашыу бала ял итә, сәләмәтлеген нығыта.Капиталь ремонт эштәре башланыу менән лагерҙа сменалар туҡтамаясаҡ. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн подрядсы ойошма капиталь ремонт уҙасаҡ майҙанды кәртәләп аласаҡ, ә төҙөлөш материалдары икенсе ҡапҡа аша ташыласаҡ.
Спорт майҙансыҡтарын төҙөү буйынса тәжрибәһе булған подрядсы ойошма башҡарылған эштәргә 5 йылға гарантия бирә. Үҫмерҙәр ҙә лагерҙағы ыңғай үҙгәрештәргә шат.
Күреүегеҙсә, балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә Әбйәлил районындағы балаларҙың йәйге ялы юғары кимәлдә ойошторолоуына һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә ыңғай ҡарашта. Пляж волейболы һәм резина япмалы футбол, баскетбол майҙансыҡтары үҫмерҙәрҙең спорт еңеүҙәрен бермә-бер арттырасаҡ ҡына.
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғмәте инвестор булараҡ Буранғол мәктәбе интернатында һәм «Ирәндек» һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт эштәрен башҡара. Ике обьект та яңы уҡыу йылы алдынан файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Гүзәл Борханова



