Бөгөн Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы тамамланды. Ике көн дауам иткән форум эшлекле осрашыуҙарға, фәһемле һөйләшеүҙәргә, белгес кәңәштәренә, оҫталыҡ дәрестәренә бай булды. Гүзәл заттар һөйөү, наҙ, иғтибар, зауыҡ шауҡымына солғанды, аралашты, фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Ҡатын-ҡыҙҙарға бәхет өләшәкән биләмәнән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Асыҡ академияның эшлекле программаһы төрлө һәм тәрән йөкмәткеле. Ул эшҡыуарлыҡ, сәләмәтлек нигеҙҙәрен дә, мәҙәниәт, мәғариф программаларын да, креатив индустрияны ла, нейроселтәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. Форумда махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың яҡындарына, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирелә. Оборона министрлығы менән берлектә социаль координаторҙар өсөн уҡытыу ҙа ойошторолған. Халыҡ медицинаһы буйынса түңәрәк өҫтәл дә эшләгән.
Форумдың иң ҙур майҙансыҡтарының береһе -сәләмәтлек биләмәһе. Бында Башҡортостандың билдәле шәхси клиникаларны да, дәүләт медицина учреждениеларын да күрергә мөмкин. Һаулыҡ торошон тикшертергә теләүселәр күп, ти хирург, мауаль терапевт Таһир Әминев. Табип янында хатта сират йыйылған.
Асыҡ академияның иң зауыҡлы майҙансығы-ҡул эштәре күргәҙмәһе. Бында төрлө йүнәлештәр буйынса махсуслашҡан оҫталарҙың ижад емештәре ҡуйылған. Милли биҙәктәр һалынған кейем өлгөләренән башлап, биҙәүестәргә, хушбуй-һабындарға тиклем. Әбйәлилдән Зөлхиә Исхаҡова төҫлө ептәрҙән сумкалар үрә. Ихтыяж ҙур, ти оҫта.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы тамам, әммә форум гүзәл заттарҙың күңел донъяһын бөтәйтеп, бәхеткә, наҙға, иғтибарға ҡойондороп китте, бер йылға етерлек көс, дәр өҫтәне.
Рәмзиә Кәримова



