Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Башҡортостан геройҙары» мәғариф проектында ҡатнашыусы Зинера Слабоженко тураһында яҙған. Зинера Наил ҡыҙы 22 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған. Тәжрибәле шәфҡәт туташы Чечен, Сүриә һуғыштарында һәм махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙарҙы ҡотҡарған.
Гүзәл зат булыуға ҡарамаҫтан ул яраланған тиҫтәләгән яугирҙы уттан сығарып дауалаған. Зинера Слабоженкоға тапшырылған дәүләт наградалары уның ҡыйыулығы һәм һөнәри оҫталығы тураһында һөйләй. «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Сүриә хәрби операцияһында ҡатнашыусы», «Ҡырым өсөн», «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары уның кителен биҙәй. 2023 йылда Зинера Слабоженко хаҡлы ялға сыға, әммә ханым ял итергә йыйынмай. Тыуған яғына ҡайтҡас ул «Ватанды һаҡлаусылар»фонды филиалында социаль координатор булып эшкә урынлашып хәрби ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Зинера Наил ҡыҙы «Башҡортостан геройҙары» проекты финалына үткән 150 ҡатнашыусы исемлегендә. Уға уңыштар теләйем һәм республика мәнфәғәтенә хеҙмәте, изге эштәре өсөн рәхмәт әйтәм. Фронт һәм тыл шарттарында еңеүҙе яҡынайтыусы бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт«,-тип белдергән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.




