«Египет» аяҡҡа баҫа. Республиканың һуғыш ветерандары клиник госпиталендә реабилитация үтеүсе яугир тәүге ышаныслы аҙымдарын яһай. Тыуған иленең атамаһын ҡушамат итеп алған ир махсус хәрби операцияла ҡаты яралана. Контрактты ла ул намыҫ ҡушыуы буйынса төҙөй. Беҙҙең илдә һәр ир-егет ватан һағына баҫырға бурыслы. Рәсәйҙә өйләнеп ошонда уҡ йәшәгәс мин дә үҙ ғаиләмде, яҡындарымды, илде ҡурсаларға бурыслымын, ти ул. Яугир менән Беҙҙең хәбәрселәр осрашты. Айнур Кәбиров репортажы.
Түҙә алмаҫлыҡ ауыртһа ла бәләкәй генә аҙымдар менән алға. Ҡасандыр кешеләрҙе дөрөҫ йүгерергә, сәләмәт тормош алып барырға өйрәткән Омар хәҙер үҙе яңынан атларға өйрәнә. Махсус хәрби операцияла ҡаты яраланған ирҙең аяҡтары, һул ҡулы йөрөмәй.
Яуҙа йәрәхәттәр алғандан һуң сит ил егете бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелә. Ҡатынының иғтибары, һүнмәҫ һөйөүе генә унда йәшәү көсө уята. Динара тәүлектең күпселек өлөшөн ире янында үткәрә.
Египет егете Омар яуҙаштары менән һөжүмгә барғанда дошман утына эләгә. Тыйылған кассеталы снарядтар аҫтына үлемдең үҙе менән көрәшә. Полкташтары уны ҡалдырмай алғы һыҙыҡтан йөкМәп алып сығалар.
Үлем менән осрашһа ла Египет егете контракт төҙөп махсус хәрби операцияға китеүенә үкенмәй. Беҙҙең илдә ауыр мәлдәрҙә үҙ илеңә хеҙмәт итеү бурыс, ти ул. Шуға күрә ғаиләһенең ҡаршы булыуына ла ҡарап тормай ватан һаҡларға юллана.
Телде хәҙер Омар һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә өйрәнә. Реабилитация процедуралары араһында боронғо рус ҡулъяҙмаларын да уҡып маташа. Табиптар әйтеүенсә, Египеттың һаулығында алға китеш күҙәтелә. Ә яугир үҙе коллективтың һөйөүен яулап та өлгөргән.
Омарҙы алда оҙайлы реабилитация һәм медицина процедуралары көтә. Аяҡҡа баҫҡас та ул тыуған иле-Египетҡа ҡайтып әсәһен күреп килергә ниәтләнә. Әлегә ул аквариум алдында ултырып Ҡыҙыл диңгеҙҙең төрлө төҫлө балыҡтары, мәрйен рифтары хаҡында хыяллана.
Айнур Кәбиров



