1 июндән һыу инеү миҙгеле башланды. Шул ваҡыттан алып ҡотҡарыу хеҙмәте бөтә Башҡортостан буйлап халыҡтың яратып ял иткән урындарында патрулдәр ойоштора һәм кешеләргә йылға-күлдәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә, һыу буйында спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, йөҙөү өсөн махсус әҙерләнгән рәсми пляждарҙы һайларға кәңәш итә. Өфөлә генә халыҡҡа ял итер өсөн рәсми асылған 5 пляж эшләй.Ольховое күле балыҡсылар һәм халыҡтың яратҡан ял урындарының береһе.Яр буйында ике пляж бар. Ҡотҡарыусылар балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында тейешле иҫкәртеүҙәр яһай..
Йыл башынан Өфө районында 150-нән ашыу янғын сыҡҡан, уларҙа биш кеше һәләк булған. Был күңелһеҙ статистиканың үҫеүен туҡтатыу маҡсатында инспекторҙар торлаҡ йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләретәлешенә етди иғтибар бүлә.Электр приборҙары, газ ҡорамалдары төҙөклөгөн тикшерә. Янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролманың кәрәклеге тураһында ла иҫкәртә. Халыҡҡа электр торошон күҙәтергә, иҫкергән электр сымдарын һәм шулай уҡ иреү эҙҙәре булған розеткаларҙы яңыларына алмаштырырға кәңәш ителә. Иң мөһиме-балаларға күҙ-ҡолаҡ булырға һәм телефондарҙы зарядкала ҡалдырмау хәйерле.



