Башҡортостандың ял-һауыҡтырыу, спорт, мәктәп яны лагерҙары балаларҙы ҡабул итә башланы. Быйыл йәйге каникул мәлендә республикала 500 меңдән ашыу баланың ялын ойоштороу ҡаралған. Ошо маҡсатта төбәк бюджетынан 3 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ауырғазы районының Түбәнге Бегенәш ауылында урынлашҡан Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге балалар ял-һауыҡтырыу лагеры тәүге сменаны башлаған. Данлыҡлы яҙыусы исемен йөрөткән лагерь программаһы һәм шарттар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Смена ошо көндәрҙә генә башланыуға ҡарамаҫтан һәр отрядтың исеме лә, девизы ла, йыры ла әҙер. Балалар һүҙҙәрен ятлап та, үҙ-ара дуҫлашып та өлгөргән. Вожатыйҙар ҙа һәр көнгә айырым программа әҙерләгән, ул ижади конкурстарҙы ла, спорт ярыштарында, милли уйындарҙы үҙ эсенә ала. Уҡыусылар өсөн Ғафури районындағы дөйәғош фермаһына, Ауырғазы айыуына, Өфөгә аквапаркҡа экскурсия ойошторола.
Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге ял-һауыҡтырыу лагеры элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан. Белем усағы тулыһынса ремонтланып, үҙгәртелеп 2009 йылда асылған. Хәҙер бында балалар рәхәтләнеп ял итһен, сәләмәтлеген нығытһын өсөн тулы шарттар бар. Лагерға йылытыу селтәре һуҙылған, йыуыныу бүлмәләре эшләнгән, бүлмәләр яҡты, иркен, спорт уйындарын тышта ла, эстә лә уҙғарырға мөмкин.
Был лагерҙа 3 сменала 200-гә яҡын бала ял итер тип көтөлә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнеүселәргә бушлай юлламалар бирелә. Шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙарының балалары түләүһеҙ нигеҙҙә ял итә ала. Ауырғазылар киләсәктә ял-һауыҡтырыу лагерҙарын тағы ла арттырырға йыйына.
Лагерҙа Ауырғазынан ғына түгел, күрше-тирә райондарҙан да балалар ял итә. Улар араһында 5 йыл рәттән килгәндәр ҙә бар. Лагерь уларҙы күркәм тәбиғәте, уңайлы шарттары, шәп программаһы менән йәлеп итә.
Рәмзиә Кәримова



