Республиканың 15 районында ауыл хужалығы эшсәндәренең һабантуй байрамы үтте

Республиканың 15 районында ауыл хужалығы эшсәндәренең һабантуй байрамы үтте. Яҙғы сәсеү эштәрен теүәлләгәндән һуң Өфө районы хеҙмәтсәндәре һабан байрамына йыйылды. Николаевка ауылы янындағы аҡланда уҙғарылған халыҡсан саранан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Өфө районы Николаеква районы янындағы Һабантуй уҙған майҙан бөгөн айырыуса йәнле. Ата-әсәләре менән бергә байрамға килгән балаларҙы күңелсәк әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары ҡаршы ала. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған тантаналарҙы тамаша ҡылырға халыҡ дәррәү килгән.Өлкән быуын вәкилдәре лә саранан ситтә ҡалмаған.

Флүзә Заһиҙуллина күптән инде хаҡлы ялда. Әммә халыҡсан байрам һабантуйҙы бер ҡасан да ҡалдырғаны юҡ. Йыл һайын ҡул эштәренән күргәҙмә ойоштора. Һәүәҫкәр артистар менән халыҡсан йырҙар башҡарып, һабантуйға килгән ҡунаҡтарҙың күңелен дә күтәреп өлгөрә.

Өфө районында балалар әүҙемлеге өсөн айырым шарттар булдырылған. Малай-ҡыҙҙар балалар һабантуйында таһыллыҡтарын һынаны. Йылғырҙар ҡолғаға үрмәләне,батырҙар келәмдә бил һанашты.Зет быуыны вәкилдәре илебеҙ ҡеүәтен арттырыуға тәрән белемен һәм бар һәләтен һалырға әҙер булыуҙарын белдерҙе.

Байрам өҫтәленә милли аш-һыуҙарҙы Михайловка башҡорт агросәнәғәт колледжы хеҙмәтәкәрҙәре әҙерләгән. Ялан батырҙары, көрәшселәр, йүгерәктәр был ризыҡтарҙы мотлаҡ тәмләп ҡараясаҡ, ти тирмәнең ҡунаҡсыл хужабикәһе.

Ә был тирмә янында бер юлы дүрт ауыл биләмәһе эшмәкәрлеге менән танышырға мөмкин. Булгаков ауыл биләмәһендә йәшәүселәр алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға 16 тапҡыр гуманитар ярҙам алып барған. Тирмә янындағы күргәҙмәлә маскировка селтәрҙәре, хәҙерге заман хәрби кейемдәре, һуғыш ҡоралдары, трофей техникаһы менән танышырға мөмкин.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылдрарҙа йәшәгән халыҡ хәленән килгәнсә һабантуйҙар уҙғарған. Ир-уҙамандар яу ялынында илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай, ә тылдағылар ҡаһарман атай-олатайҙары рухына тоғро илһөйәр малай-ҡыҙҙар тәрбиәләй.

Байрамға килгән олоһо-кесеһе ат сабыштарын да ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ир-егеттәр бил һынашҡан келәмдә лә һабантуй батыры исеменә лайыҡ булыу өсөн сәмле көрәш барҙы.

Өфө районы хеҙмәтсәндәре һабантуйы йылдағыса киң ҡолас менән ойошторолдо. Йыр-бейеү, спорт уйындары, хәрби- патриотик темаға арналған саралар юғары кимәлдә уҙҙы. Михайловка башҡорт агросәнәғәт колледжы майҙанында иһә башҡорт халҡының боронғо кәсебе-ҡортсолоҡ менән танышырға мөмкин ине.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ