Күләмле эштәргә бәйле 30 июндән скульптура эргәһендәге майҙанға инеү сикләнә. Был турала аҙна башында республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе экспертиза һөҙөмтәләре буйынса авария хәлендә тип танылғайны. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектын тергеҙеү буйынса саралар планы билдәләнгән. Был яуаплы эшкә Рәсәй художестволар академияһы белгестәре лә йәлеп ителә, консультатив ярҙам күрһәтеләсәк.
Салауат Юлаев һәйкәле ни тиклем генә мөһабәт, ғорур күренмәһен, ваҡыт һынауына бирешкән. Тәбиғәт факторҙары-көслө ел, яуым-төшөм тәьҫирендә барлыҡҡа килгән етешһеҙлектәргә бәйле авария хәленә еткән. Техник торошо яҡшынан түгел. Үтәнән-үтә тишелә башлаған, конструкцияның металл каркасы, тимер элементтары ла тутыҡҡан, иретеп- йәбештерелгән урындары айырылған.
Республика етәкселеге тарафынан киҫкен мәсьәлә контролгә алынды. Һәм ниһайәт көтөп алынған яңылыҡ-Салауат Юлаев һәйкәлен тергеҙеү буйынса саралар планы билдәләнгән, тиҙҙән уның реставрацияһы башлана. «Тарихи мәл, шул уҡ ваҡытта ҙур эш алдында торабыҙ,»- тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияһына әҙерлек эштәре 2025 йылдың октябренә тиклем дауам итә, унан һуң яҡынса ике йыл дауамында скульптураны тергеҙеү буйынса саралар күреләсәк. Майҙан биләмәһен төҙөкләндереү һәм фонтан реконструкцияһы ла планлаштырылған.
Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса күҙәтеү советы ла булдырылғайны. Белгестәр скульптураны тергеҙеү буйынса тәҡдим-теләктәрен дә индергән.
Салауат Юлаев һәйкәленең ауырлығы 40 тоннанан ашыу, бейеклеге ун метр. Цехҡа уны өлөштәргә бүлеп күсереү ҡаралған. Башҡортостандың символы булған скульптура реставрациянан һуң мотлаҡ рәүештә үҙ урынына ҡайтарыла. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектына иғтибар көслө.
Салауат Юлаев-республика халҡы өсөн батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө лә. Һәйкәл Башҡортостандың дәүләт гербында ла төшөрөлгән. Әлбиттә, Өфөнө төп символһыҙ күҙ алдына килтереүе ауыр. Әммә Ағиҙел йылғаһының текә ярында ҡуйылған скульптура быуаттар аша һаҡланһын өсөн, ваҡытлыса постаменттан алынырға тейеш... Реставрация-заман талабы.
Даниль Байков



