Уларҙың береһе - Зинера Слабожанко. Республика етәксеһе социаль селтәрҙә батыр ҡатын менән таныштырған. Зинера Наил ҡыҙы 22 йыл армияла хеҙмәт иткән. Чечен республикаһында, Сүриәлә һәм махсус хәрби операцияла һалдаттарға медицина ярҙамы күрһәткән. Ул - шәфҡәт туташы. Был ҡатын ут һыҙығынан әллә күпме яралыларҙы алып сыҡҡан. Ир-егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған, тигән Радий Хәбиров. Зинера Слабожанко дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Ул 2023 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалында эшләй, ветерандарға ярҙам итә. “Зинера Наил ҡыҙына уңыштар теләйем. Фронтта һәм тылда Еңеүҙе яҡынайтҡан бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт әйтәм”, - тигән Республика башлығы.




