Был турала клубтың рәсми сайтында хәбәр ителә. Хоккейсы Өфө командаһы составына уҙған миҙгелдә ҡушылды. Даими беренселектә 68 осрашыуҙа 14 шайба индерҙе 38 һөҙөмтәле пас бирҙе. Плей-офта 4 уйында ҡатнашты. Уның иҫәбендә - ике шайба һәм 3 һөҙөмтәле пас.




