Фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан хәреф машинаһында йыйылған «Урал батыр» эпосының күсермәһе Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһының визит үҙәгенә тапшырылды. Китап баш ҡаланың «Самрау» нәшриәте ярҙамында ҙур форматта баҫтырылған. Ә эпик ҡомартҡының төп нөсхәһе Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғилми архивында Мөхәмәтша Буранғоловтың шәхси фондында һаҡлана. Бынан ары, республика халҡы һәм ҡунаҡтары 1910 йылда Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алынған ҡомартҡының латин графикаһында баҫылған вариатын Шишмә районы музейында ҡарай аласаҡ.
Эпик ҡомартҡының факсимиль күсермәһе тантаналы рәүештә Башҡортостанда быйыл беренсе тапҡыр рәсми билдәләнгән «Урал батыр» эпосы көнөндә тапшырылды. Ошо уңайҙан Башҡортостан Милли музейында төрлө тармаҡ белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Унда эпосты өйрәнеү, таратыу, тағы ла киңерәк майҙанға сығарыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.




