Баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең спорт уйындары үтте

Сарала республиканың төрлө район-ҡалаларынан 51 команда ҡатнашты. Дүрт йөҙгә яҡын спортсы йөүгереү, шашка, өҫтәл теннисы кеүек уйындарҙа үҙ- ара көслөләрҙе асыҡланы. Иң күп ҡатнашыусы йүгереү майҙанында. Ирҙәр мең метрлыҡ дистанцияла көс һынашһа, ҡатын-ҡыҙҙар 500 метр арауыҡҡа йүгерҙе.

Рус шашкаһын һайлаусылар ҙа байтаҡ булды. Өҫтәл уйынында 27 команда ҡатнашты. Ә бына теннис өҫтәлендә медицина хеҙмәткәрҙәренә уларҙың буласаҡ коллегалары-студенттар ҡаршы торҙо. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә алмашҡа килеүселәрҙе юғары уҡыу йортонда уҡ быуындар буйы һаҡланған яҡшы традицияларға өйрәтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ