Башҡортостан ҡала-райондарының инвестиция климаты буйынса рейтингына арналған семинар үтте

Башҡортостан ҡала-райондарының инвестиция климаты буйынса рейтингына арналған семинар үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры урынбаҫары Игорь Карачин ҡатнашты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан һуңғы йылдарҙа инвестиция рейтингында алдынғы урын биләй, үткән йылда республика ил субъекттары араһында өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелгән. Был төбәк етәкселегенең, муниципаль берәмектәрҙең берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, тип билдәләнде семинарҙа. Мәғлүм булыуынса, муниципаль инвестиция стандарты инвесторҙар йәлеп итеү һәм эшҡыуарҙар менән эшләү буйынса методик күрһәтмәләрҙе үҙ эсенә ала. Муниципаль берәмектәрҙең эш һөҙөмтәһе 84 күрһәткес буйынса баһалана. Семинарҙа юғары уңыштарға өлгәшкән район-ҡалалар дипломдар менән бүләкләнде. Муниципаль берәмек-һәр инвестор өсөн хеҙмәттәшлектең нигеҙе, урындағы етәкселәрҙең эшмәкәрлегенә, мөнәсәбәтенә төбәктәге инвестиция климаты, сәйәсәте бәйле, тине Радий Хәбиров.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ