Башҡортостанда капиталь ремонттар графикҡа ярашлы башҡарылырға тейеш

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында ойошторолған капиталь ремонтты билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барырға ҡушты. Федераль программа буйынса башҡарылған эштәр һәр муниципалитет контролендә булырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан яҙғы баҫыу эштәре тураһында доклад та тәҡдим ителде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Республикала 2 миллион гектар майҙанда ярауай культуралар сәселгән, был билдәләнгән пландың 97 проценты. Уңайлы һауа шарттары һаҡланһа, сәсеү 15 июнгә тамамланыр тип көтөлә. Төбәктең ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, дөйөм майҙандың ни бары ике проценты ғына зыян күреп, ҡайтанан яңы культура сәселгән.

Миҙгел һөҙөмтәләре буйынса, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандары бер ни тиклем кәмеүен күрәбеҙ, был, тәү сиратта, продукцияға хаҡтар түбән булыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта майлы культуралар гектарҙары арта, шәкәр сөгөлдөрө буйынса ла пландар үтәлеп, ике заводты тәьмин итерлек күрһәткескә еттек. Әле республика хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә тотона.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры

1 июндән республикала һыу инеү миҙгеле асылды. Әлегә махсус йыһазландырылған 157 пляж эшләй, йылғаларҙа һыу кимәле түбәнәйеү менән тағы ла 30-ға яҡын ял урыны халыҡты ҡабул итәсәк. Һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында оператив штаб булдырылған, ҡотҡарыусылар даими рәүештә рейд уҙғара. Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иҫкәртеү эштәрен көсәйтергә ҡушты. Балаларҙы йөҙөргә өйрәтеү ҙә-көнүҙәк мәсьәлә.

Һуңғы өс йылда төбәктә 146 мәктәп бинаһы капиталь ремонт буйынса федераль программала ҡатнашҡан. Төҙөкләндереү эштәре 45 муниципалитетта ойошторолоп, дөйөм сығымдар 8 миллиард һум тәшкил иткән. 2025 йылдан башлап программа мәктәпкәсә һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары менән киңәйтелгән.

Быйыл 40 объектта капиталь ремонт үтә: 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледжда. Дөйөм финанслау күләме-2 миллиард һумдан ашыу. Төҙөкләндереүҙе ваҡытында тамамлау бурысы ҡуйылған, 1 сентябрҙән яңыртылған мәғариф учреждениеларында уҡыу процесы башланырға тейеш.

Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәре етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, мәғариф учреждениеларында алып барылған капиталь ремонтты етди контролгә алырға ҡушты. Эш графикҡа ярашлы ойошторолорға тейеш.

Оператив кәңәшмәлә өс фән буйынса Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре лә иғлан ителде. Радий Хәбиров 100 балл йыйыусылар күплеген билдәләп, мәғариф системаһының йылдан-йыл яҡшырыуын билдәләне.

Оператив кәңәшмәлә «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестиваленә лә йомғаҡ яһалды. Быйыл унда балалар тауарҙары етештергән 150-гә яҡын предприятие һәм кәсепсе ҡатнашты. Дүрт көн эсендә сара майҙансыҡтары аша 267 меңдән ашыу кеше үткән. Радий Хәбиров уйынсыҡтарҙың иҡтисадтың мөһим секторы булыуын билдәләп, киләһе фестивалгә әҙерлек башларға ҡушты. Был аҙнала үтәсәк байрам саралары ла юғары ойошҡанлыҡ талап итә, тине төбәк етәксеһе.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ