Радий Хәбиров Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне

Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугиры Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Юғары награда яугирға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәтелгән ҡаһарманлығы өсөн тапшырылды. Яҡташыбыҙ хәрби юлын 2014 йылда башлап, мөһим позицияларҙы азат итеүҙә ҡатнашҡан. Махсус хәрби операция биләмәһендә рота командиры урынбаҫары булып хеҙмәт иткән. Әле хаҡлы ялда.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн Һуғыш ветерандары республика клиник госпитале коллективы ла Башҡортостан башлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дауалау учреждениеһы Рәсәй медицина реабилитацияһы ойошмалары араһында иң яҡшыһы тип танылғайны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ