Башҡортостан Рәсәй милли гвардияһының йыр һәм бейеү ансамблдәре фестивален ҡабул итә. Бөгөн сарала ҡатнашыусыларҙы Республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Фестивалдә илдең бар федераль округтарынан Рәсәй милли гвардияһы коллективтары һәм Дзержинский исемендәге оператив тәғәйенләнештәге айырым дивизия ансамбле ҡатнаша. Республика был фестивалде һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр ҡабул итә. Был беҙҙең өсөн оло яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ, тине Радий Фәрит улыт.
Фестивалдең программаһы илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йыр-бейеүҙәрҙән тупланған. Бар ижади коллективтар ҙа юғары профессиональ кимәлдә сығыш яһай. Фестивалдең төп программаһынан һуң ансамблдәр башҡала райондарының 5 майҙансығында сығыш яһаясаҡ.



