Башҡортостанда икенсе йыл рәттән уҙғарылған фестиваль меңәрләгән малай-ҡыҙҙы бер майҙанға йыйҙы. Төп сәхнәләге «Самрау батша бүләге» пьесаһы премьераһы, яратҡан йәнһүрәттәр һәм телевизион тапшырыуҙар геройҙары менән осрашыуҙар, халыҡ күңелен яулаған артист Дмитрий Маликовтың сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Фестиваль майҙанына килгән балалар күркәм тәьҫораттар алыу менән бергә, яңы уйынсыҡлы ла булған.
Фестиваль майҙанында республика етәксеһе лә оҫталыҡ дәрестәренә ҡушылды. Ошонда уҡ Радий Фәрит улы Рәсәй һәм республика етештереүселәре менән аралашты. Рәсәй компанияларына уйынсыҡтар баҙарының ни бары 10 проценты тура килеүе, киләсәктә илпредприятиеларына ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Фестиваль сиктәрендә Башҡортостан, Түбәнге Новгород һәм Киров өлкәләре араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.




