Алабуға һәм Түбәнге Камала йәшәүселәр ошо турала хәбәр итә. Түбәнге Кама мэры Радмир Беляев социаль селтәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттарының юҡ ителеүе тураһында белдергән. “Бөгөн иртән ПВО системаһы дрондарҙы бәреп төшөрҙө. Бөтә хеҙмәттәр юғары әҙерлек күрһәтте. Хәүефһеҙлек системаһы эшләне. Зыян күргән биналар, яраланған кешеләр юҡ”, - тигән ул. Һауа транспорты федераль агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ижевск, Түбәнге Кама һәм Ҡазан аэрпорттарында сикләүҙәр индерелгән. Киров һәм Санкт-Петербургка һауа юлы ябылған.




